Рекламный баннер 728x90px main1
Бөрө ҡалаһының 8-се мәктәбендә Халыҡ –ара туған тел көнөнә бағышланған «Ерҙе кешеләр данлай» проект эштәре кинофестивале үтте. Башҡортостан Республикаһы белеү биреү учреждениеларының 8-11 класс уҡыусылары ҡатнашты.
Был сара халыҡ-ара туған тел көнөнә һәм Ғаилә йылы сиктәрендә уҙҙы. Кинофестивальдең максаты республика халыҡтары телдәренә ҡарата ихтирам тәрбиәләү, туған телдәрҙе ҡулланыуҙы киңәйтеү, туған телде өйрәнеүҙә сифатты яҡшыртыу, төрлө милләттәрҙең мәҙәни традицияларын һаҡлап ҡалыу .
Ҡатнашыусылар бөгөнгө көндә актуаль булған туған телдәрҙе үҫтереү һәм һаҡлау, Башҡортостан ерендә йәшәүсе халыҡтарҙың этномәҙәни үҙенсәлектәрен, тыуған төйәктең танылған кешеләре, төрлө ваҡиғаларына арналған кино төшөрәләр.
Кинофестиваль йылдан –йыл яхшы яңы төҫ ала, ҡатнашыусылар арта, уҡыусыларҙа үҙ милләтенә ихтирам, милләт-ара татыулыҡ менән һоҡланыу хисе уята. Проекттың асылы – уҡыусыларҙа ғилми-ғәмәли конференциялар аша фәнни ҡараш тәрбиәләү генә түгел, ижади һәләттәрен дә үҫтереү.
Ғөмүмән, беҙҙең мәктәптә үҫеп килгән быуында телгә һәм мәҙәни ҡиммәттәргә ихтирам тәрбиәләү, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һәм милли ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау маҡсатында ҙур эштәр башҡарыла.
Рекламный баннер 728x90px main2